Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
05:33 (UTC+5), 02 Март 2012

Пенсия фонды халыҡҡа яңы форматта консультациялар үткәрә

Ғәлиә Нәбиева
Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе ветерандар, пенсионерҙар һәм эшләгән халыҡ менән түңәрәк өҫтәл артында осрашыуҙар үткәрә. Ошондай бер нисә осрашыу Йәрмәкәй районында, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларында үтте.
Республика бүлексәһе башлығы Фоат Хантимеров ололарға пенсия менән тәьмин итеү тураһында ентекләп һөйләне. Атап әйткәндә, республикалағы бер миллион пенсионерҙың хеҙмәт пенсиялары 1 февралдән 7 процентҡа индексацияланыуын билдәләне. Һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме —8900 һумға, хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8560 һумға еткән.
Фоат Хантимеров страховкалау иғәнәләре тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәрҙе аңлатып үтте. Уларға ярашлы страховка иғәнәләренең тарифы кәмегән, шәхси эшҡыуарҙар өсөн йыллыҡ иҫәп-хисап биреү бөтөрөлгән. Башҡортостан буйынса Пенсия фонды идарасыһы яңы Федераль закондың положениеларына һәм пенсияның тупланма өлөшө средстволарын түләү ысулдарына ла туҡталды.
Осрашыуҙа әсәлек (ғаилә) капиталы средстволарын файҙаланыуҙың яңы мөмкинлектәре, шулай уҡ яңы йылда планлаштырылған пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында әйтелде.
Халыҡ менән осрашыуҙы тамамлап, Фоат Хантимеров Пенсия фондына шәхсән үҙеңә килеүҙе талап итмәгән, электрон төрҙәге хеҙмәттән ҡулланырға мөмкинлек биргән мәсьәләләрҙе билдәләне, тип хәбәр итә пенсия ведомствоһының матбуғат хеҙмәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика