Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
11:47 (UTC+5), 16 Февраля 2012

Иглин районы имамдары толерантлыҡ буйынса аңлатыу эштәре алып барасаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Кисә Иглин ауылының «Әмир» мәсетендә Иглин районы имамдарының Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Өфө ҡалаһы, Иглин һәм Нуриман районы имам-ахуны Вәсил Тимерғәлиев менән осрашыуы үтте.
Аҡбирҙе ауылының «Мөнирә» мәсете имам-хатибы Рөстәм Ҡорбановтың хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында имам-ахун Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты етәкселегенең наказын еткергән: барлыҡ мосолман мәхәлләләрен дә Юстиция министрлығында теркәргә, артабан проблемаларға юлыҡмаҫ өсөн, бөтә документацияны яңы талаптарға ярашлы тәртипкә килтерергә.
— Беҙ, БР мосолмандары Диниә назаратынан һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынан район имамдары, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн айына бер тапҡыр йыйыласаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Рөстәм хәҙрәт. – Был йыйылыштарға муниципаль хакимиәт, көс структуралары, Рәсәй православие сиркәүе вәкилдәрен саҡырып, уртаҡ проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ.
Бынан тыш, уның әйтеүенсә, имамдар урындарҙа башҡа төрлө дин һәм милләт вәкилдәренә ҡарата түҙемле, толерантлы ҡараш буйынса халыҡ араһында ағартыу эштәре алып барыу, дини нигеҙҙә агрессия күренештәрен булдырмау тураһында ла һөйләшеп килеште.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика