09:53 (UTC+5), 07 Февраль 2012

Хәйбулла районында «Мираҫ. Наследие» муниципаль телеконкурсы старт алды

Людмила Терновая
Хәйбулла районында «Мираҫ. Наследие» муниципаль телевизион конкурсы старт алды.
Илдә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылына арналған конкурс райондың ауыл биләмәләре араһында үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып муниципаль район хакимиәте, Аҡъяр телерадиотапшырыуҙар студияһы һәм райондың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы сығыш яһай.
Бәйге 2012 йылдың 1 февраленән 1 октябренә тиклем «Художестволы үҙешмәкәрлек смотры» һәм «Тарихи-крайҙы өйрәнеү йүнәлеше» номинацияларында үтәсәк. Тәүҙә иң яҡшылар һәр ауылда билдәләнәсәк, бынан һуң конкурстың район этабы үтәсәк.
«Художестволы үҙешмәкәрлек смотры» номинацияһында ижади коллективтар жюри хөкөмөнә 1812 йылғы Ватан һуғышына бағышланған концерт номерҙарын тәҡдим итәсәк. Коллективтарҙың сығыштары муниципаль телевидение аша күрһәтеләсәк.
«Тарихи-крайҙы өйрәнеү йүнәлеше» номинацияһында һәр ауыл үҙенең мираҫы – тарихи, архитектура, тәбиғәт, рухи-мәҙәни ҡомартҡыларын, милли мәҙәниәт үҫешенә бәйле йолаларын, һуғыш ваҡиғаларына ҡағылышлы тарих биттәрен тәҡдим итәсәк.
Конкурста ҡатнашыусылар материал тупларға, экспедициялар үткәрергә, тарихи-крайҙы өйрәнеү маршрутын төҙөргә, урындағы йолалар, тарихи урындар буйынса йыйынтыҡ әҙерләргә, фото һәм видео-материалдарҙы ҡулланып, картотекалар эшләргә тейеш. Конкурс эштәрендә тарихи объектты һаҡлап ҡалыу һәм уны нығытыу буйынса эшмәкәрлек сағылырға тейеш.
Бәйгелә еңеүсе ауылдар муниципаль район хакимиәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса урындағы телевидение фильм төшөрөргә ниәтләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика