Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
10:56 (UTC+5), 06 Февраль 2012

Өфөлә ике балалар баҡсаһы асыласаҡ

Эльмира Сабирова
Март айында Өфөнөң Орджоникидзе районында 100 урынлыҡ реконструкцияланған балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла. Баш ҡала мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү буйынса баш инспекторы Ирина Саморукова һүҙҙәренсә, бында капиталь ремонт буйынса эштәр тамамланған, әлеге ваҡытта мәктәп мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
Баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан 220 урынлыҡ йәнә бер яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ишектәрен апрелдә асасаҡ. Унда төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлашҡан.
Шулай уҡ йыл аҙағынаса Өфөлә йәнә биш балалар баҡсаһын асыу планлаштырыла.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары яңы санитар-эпидемиологик, янғынға ҡаршы нормаларға тап килгән махсус проекттар буйынса төҙөлә. Әле төҙөлөп ятҡан учреждениеларҙа медицина, туҡланыу бүлмәләре, бассейн, физкультура майҙансыҡтары ҡаралған, белгестәр бүлмәләре йыһазландырыласаҡ.
Бынан тыш, Совет районындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының береһендә ремонт үткәрелә, йәнә туғыҙ балалар баҡсаһы буйынса проектлау-тикшереү эштәре алып барыла.
Әлеге саралар «2008-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын һәм «2010-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» ҡала маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика