11:04 (UTC+5), 13 Января 2012

БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Башҡортостандағы киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре Рәсәй матбуғаты көнөндә юғары дәүләт наградалары алды. Йыл һайын 13 ғинуарҙа билдәләнеүсе матбуғат хеҙмәткәрҙәрең һөнәри байрамы уңайынан ойошторолған бөгөнгө тантана БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡатнашлығында үтте.
Республиканың өс вәкиле Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Улар - «Янаульские зори» гәзитенең бүлек мөдире Анфиса Кузнецова, «Кама таңдары» гәзитенең яуаплы секретары Тәузиә Миронова һәм «Салауат» редакция-нәшриәт комплексы баҫмасыһы Флүзә Шәймөхәмәтова.
«Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире Любовь Иванова БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Уның ике хеҙмәттәшенә БР Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Маҡтаулы исемде «Янаульские зори» гәзитенең баш мөхәррире Рима Ғәбделхакова менән «Өмөт» гәзите хәбәрсеһе Резида Кадикова алды.
Бынан тыш, байрам сараһы сиктәрендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының һәм Журналистар союзының маҡтау грамоталары тапшырылды, шулай уҡ бер нисә һөнәри конкурс еңеүселәре иғлан ителде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика