Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
12 Января 2012, 08:46
Рәсәй прокуратураһы юбилейын билдәләй
Бөгөн Рәсәйҙә Прокуратура көнө билдәләнә. Быйыл күҙәтеү органына 290 йыл тула. 1722 йылдың 12 ғинуарында Петр I үҙенең указы менән Сенатта тәүгә генерал-прокурор посын булдыра. Байрам 1996 йылдан билдәләнә.
Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы ил Конституцияһы, «РФ прокуратураһы тураһында»ғы федераль закон, Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ процессуаль кодексы, Енәйәт-процессуаль кодексы һәм Енәйәт кодексы нигеҙендә эшләй.
Прокуратура – закондар үтәлешен күҙәтеү буйынса дәүләт органы. Башҡортостан прокуратураһы 71 прокуратуранан ғибәрәт: 9 район-ара, 8 ҡала, 45 район, Өфөләге 7 район прокуратураһы һәм 2 махсус. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны – 884 кеше. 2005 йылдың декабренән республика прокуратураһына 2 класлы дәүләт юстиция советнигы Сергей Хуртин етәкселек итә.
«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлай һәм эштәрендә уңыштар теләй.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
һөнәри байрамдар
Читайте нас