Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2012, 09:54

Өфөлә ҡатын балаһы менән бишенсе ҡаттан һикергән

Янғындан ҡасып, ҡатын балаһы менән бишенсе ҡаттағы балкондан ташланған. Өфөлә, Блюхер урамындағы йортта кухняла ут сыҡҡан һәм тиҙ арала бүлмәне ялмап алған. Бишенсе ҡаттағы фатирҙың хужабикәһе, ғауғаға бирелеп, ярҙамды көтөп тормайынса, ете йәшлек улы менән балкондан һикергән. Малай, бәхеткә күрә, ҡазаланмаған, ә бына әсәһенең аяҡ-ҡулдары һынған. Ҡатынды тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға оҙатҡандар. Янғын һүндереүселәр хәүефле зонанан ун кешене эвакуациялаған. Тәфтишселәр әле янғын сәбәбен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Автор: Ольга Мортазина
Читайте нас