Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:49 (UTC+5), 29 Декабря 2011

Республика экологтары «Let’s Do It! World Cleanup 2012» халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашасаҡ

Галина Бахшиева
Башҡортостан делегацияһы «Бөтә донъя менән йыйыштырыу – 2012: әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ!» («Let’s Do It! World Cleanup 2012») халыҡ-ара экологик конференцияһында ҡатнашасаҡ. Экологтар конференцияһы Эстонияның баш ҡалаһы – Таллинда, алдағы йылдың 13-15 ғинуарында үтәсәк.
— Бөтә донъянан лидерҙар үҙ тәжрибәһе, идеялары менән уртаҡлашыу, шулай уҡ бөтә донъяла глобаль йыйыштырыу үткәреүгә әҙерләнеү маҡсатында бергә йыйыласаҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан делегацияһы вәкиле, «Непейцев дендропаркын тергеҙәйек» проекты координаторы, «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһы активисы Анастасия Малинина.
Таллинда үтәсәк эко-конференция «Бөтә донъя менән йыйыштырыу – 2012: әйҙәгеҙ быны башҡарайыҡ!» акцияһын башлап ебәрәсәк. Ул ҡала һәм ауыл биләмәләрен санкцияланмаған сүплектәрҙән таҙартыу буйынса бер көнлөк сараларҙан ғибәрәт. Биләмәләрҙе таҙартыу буйынса саралар алдағы йылдың 24 мартында башланып, 25 сентябрендә тамамланасаҡ. Ошо ваҡыт эсендә һәр ил бөтә донъя акцияһында ҡатнашыу өсөн үҙенә бер көн һайлаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика