09:26 (UTC+5), 28 Декабря 2011

Йыл эсендә Башҡортостанда халыҡтан 7 меңдән ашыу терегөмөшлө лампа ҡабул ителгән

Галина Бахшиева
Көн элгәре хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм артабан үтилләштереү буйынса үткән экологик акция сиктәрендә Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экомобиле Туймазыла меңдән ашыу терегөмөшлө лампа йыйып алған.
— Туймазыла терегөмөшлө изделиеларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт биш сәғәт дауамында халыҡтан люминесцент, энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампалар һәм градусниктар ҡабул итте. Йыйып алынған 1068 терегөмөшлө изделиеның күпселек өлөшө люминесцент лампаларға тура килә, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
Туймазыла йыйылған барлыҡ терегөмөшлө лампалар Стәрлетамаҡҡа хәүефле ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү буйынса махсус участкаға ебәрелгән. Альбина Шәмсетдинова һүҙҙәренсә, экомобиль рейдтары киләһе йылда ла дауам итәсәк.
Йыл йомғаҡтарына килгәндә, ағымдағы йылда терегөмөшлө изделиеларҙы йыйыу буйынса күсмә пункт Башҡортостан буйлап 30-ға яҡын рейд үткәргән һәм халыҡтан ете меңдән ашыу люминесцент һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампа ҡабул иткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика