12:19 (UTC+5), 19 Декабря 2011

Өфөлә «Беҙ берҙәм дуҫлыҡ менән көслө» республика әҙәби эштәр конкурсында еңеүселәр наградланды

Эльмира Сабирова
Өфөлә, Башҡортостандың Мәғариф министрлығының Республика уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәгендә, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында «Беҙ берҙәм дуҫлыҡ менән көслө» әҙәби эштәр конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Ижади бәйге Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналды.
Ойоштороу комитетына 54 башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһынан, шулай уҡ Өфө яғыулыҡ-энергетика техникумы, Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы, Туймазы индустриаль техникумы һәм Ишембайҙағы ябыҡ типтағы 1-се махсус училищеһының башланғыс һөнәри белем биреү бүлектәренән 96 эш ҡабул ителде. Эштәргә республика баҫмаларының алдынғы журналистары баһа бирҙе. Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнде: «Башҡортостан — дуҫлыҡ иле» номинацияһында Баҡалы районындағы 78-се һөнәри лицей уҡыусыһы Артур Батырҡаев еңеүсе булды; «Беҙҙең ғаилә йолалары» номинацияһында Сибай ҡалаһындағы 24-се һөнәри лицей уҡыусыһы Айнур Хәмзин еңеү яуланы; Шишмә районынан 48-се һөнәри училищела белем алыусы Изатулло Назиров «Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә» номинацияһында беренсе булды; Өфөнөң 44-се һөнәри училищеһында уҡыусы Александр Дмитриев «Тыуған илгә һөйөү» номинацияһында еңеп сыҡты.
Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй әҙәби эштәр конкурсы сиктәрендә үткәрелгән бәйгенең төп маҡсаттары булып торҙо.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика