Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2011, 20:37

Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтың тәүге ултырышын үткәрҙе

16 декабрҙә Хөкүмәт йортонда Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтың тәүге ултырышы сиктәрендә властың хәйриә ойошмалары, бизнес-берләшмәләр, төрлө дини ойошма вәкилдәре менән мөһим әңгәмәһе үтте. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе.
Төбәктә Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса совет булдырыуҙы республика башлығы ҙур һәм кәрәкле эш тип атаны, сөнки бөгөн был өлкәлә системалы эшләү зарур, һәм был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, йәмәғәт берләшмәләре, хәйриә ойошмалары үҙ-ара килешеп эшләргә тейеш.
— Шәфҡәтлелек – граждандар йәмғиәтенең мөһим элементы, уның мәҙәниәтле һәм әхлаҡлы булыуының күрһәткесе. Һәм бында беҙгә системалы эшләүгә күсеү зарур, был эштә, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес-берләшмәләрҙән алып дәүләттең власть структураларына тиклем, барыһы ла ҡатнашырға тейеш, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был дәүләттең үҙенең закон менән ҡаралған бурыстарын башҡалар елкәһенә һалырға тырышыуы булырға тейеш түгел. Беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырырға тейешбеҙ.
Республикала хәйриә ойошмалары, фондтар һәм инициативалы төркөмдәр һаны йылдан-йыл арта. Биш йыл элек Башҡортостанда 80 хәйриә ойошмаһы теркәлгән булһа, әлеге ваҡытта улар 223, уларҙан 47 берләшмә быйыл ғына ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының Социаль маҡсатлы программалар фонды бында лайыҡлы урын биләй. Президент әйтеүенсә, нәҡ уның аша республика бер нисә ҙур компания менән хеҙмәттәшлек итә. Атап әйткәндә, Урал тау-металлургия компанияһы, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының хәйриә фондтары, «Урал» хәйриә фонды менән.
— Социаль маҡсатлы программалар фондында средстволар туплау һөҙөмтәһендә социаль объекттар төҙөлә, уларға ремонт үткәрелә, мохтаждарға ярҙам күрһәтелә, хәйриә акциялары һәм башҡа мөһим саралар үткәрелә. Социаль программалар фонды аша йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме быйыл ике миллиард һумға барып етәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ «Ҡыҙыл тәре» дөйөм Рәсәй ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «Барди», «Әсә йөрәге», «Беҙҙең балалар», «Мәрхәмәт» кеүек киң билдәле хәйриә ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында ла әйтеп үтте. Уларҙың барыһы ла, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, мохтаждарға ярҙам күрһәтә, социаль объекттарҙы төҙөүгә средстволар бүлә, социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Башҡарма власть органдары ла хәйриә средстволарын йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара, улар ҡарамағында байтаҡ социаль учреждениелар эшләй. Республика башлығы Башҡортостандың Мәғариф министрлығын миҫалға килтерҙе, һуңғы ике йыл эсендә ул яҡынса 47 миллион һум аҡса туплаған. Был аҡсаларға бер нисә хәйриә программаһы һәм проекты тормошҡа ашырылған. Балаларҙы конкурстарға һәм олимпиадаларға ебәреү ойошторолған. Шулай уҡ ярҙам күрһәтеүселәр тарафынан исемле стипендиялар ҙа түләнә.
— Бындай ярҙамды балалар баҡсаларына Владимир Львович Засов исемендәге хәйриә фонды ла күрһәтә, - тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов. – Улар компьютер кластарын йыһазландырған, дүрт балалар йортоноң спорт залдарына ремонт үткәргән, кәрәкле инвентарь һатып алған.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла хәйриә акцияларын һәм сараларын даими үткәреп тора. Уларҙың береһе - «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» республика акцияһы.
— Ағымдағы уҡыу йылы барышында ярҙам күрһәтеүселәр тарафынан социаль тәьмин итеү учреждениеларына яҡынса ете миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Беҙҙә ижтимағи сағылыш тапҡан ҙур акциялар үткәреүҙең ыңғай тәжрибәһе бар. Быларҙың барыһы ла киләһеләр хаҡында һөйләй: беҙҙең бизнес-берләшмәләр һәм ябай граждандар мохтаждарға ҙур теләк менән ярҙам күрһәтә. Быйыл беҙ фондтар һәм бизнес-берләшмәләр ярҙамында республикала Беренсе канал йондоҙҙары ҡатнашлығындағы «Беренсе бул» байрамын ойоштороуға өлгәштек. Балаларҙы яҡлау көнөндә 100-ҙән ашыу популяр алып барыусы, артист, спортсы республиканың балалар йорттарында, һауыҡтырыу учреждениеларында булды. 16 миллиондан ашыу аҡсаға күп балалы ғаиләләргә - автомобилдәр, дауаханаларға ҡиммәтле медицина ҡорамалдары һәм башҡа әйберҙәр бүләк итте.
Рөстәм Хәмитов, иғтибарҙы дауаланыуға мохтаж балаларға йүнәлтеү – акцияның төп маҡсаттарының береһе, тип билдәләне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса проблемалар килеп тыуа. Улар бик ауыр хәл ителә, әммә был мәсьәләне сисеү зарур. Сөнки улар беҙҙең ғаиләләр, беҙҙең граждандар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Бындай балалар менән бәйле булған хәлде контролдә тотоу беҙҙең бурыс булып тора. Йәнә уларҙың һәр береһе менән айырым эшләргә, бағыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк. «Беренсе бул» акцияһы сиктәрендә республика халҡы ике миллион һумдан ашыу аҡса йыйған.
Рөстәм Хәмитов башҡа миҫалдарҙың да булыуын билдәләне. Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды менән ойошторолған «Тормошта ваҡлыҡтар булмай» акцияһы ла улар иҫәбендә. Был сара ярҙамында 300 меңгә яҡын аҡса тупланған, улар 17-се ҡала балалар дауаханаһы өсөн балалар ҡаласығын төҙөүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ фонд инвалид балалар өсөн мини-стадион төҙөүгә бер миллион һум аҡса йыйырға планлаштыра.
Шул уҡ ваҡытта хәл ителмәгән проблемалар ҙа етерлек. Уларҙың береһе – эшкә системалы ҡараштың булмауы, тип билдәләне Президент.
— Күпселек осраҡта ярҙам бер генә тапҡыр күрһәтелә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. - Әлбиттә, бындай ярҙам бик мөһим һәм кәрәк. Әммә был ғына етмәй. Йыш осраҡта ярҙам күрһәтеүселәр йәшәгән урындарында ғына хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Өфө өсөн был яҡшы. Әммә уңышлы предприятиелар булмаған урындарға ярҙам ғөмүмән барып етмәй. Һәм беҙ республиканың ҡайһы бер райондарында бындай ярҙамдарҙың бөтөнләй күрһәтелмәүен дә беләбеҙ.
Президент билдәләп үткән йәнә бер проблема – социаль учреждениеларға ҡарамаған кешеләргә ярҙам күрһәтеү. Был тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ йәшәүсе ҡарттар, өлкән инвалидтар, билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр һәм башҡалар.
— Тап улар хәйриә ойошмалары иғтибарынан ситтә ҡала ла инде. Бында үҙҙәре теләгәндәр кәрәкле ярҙам күрһәтә ала, материаль булмаһа ла, психологик ярҙам күрһәтеү ҙә бик мөһим.
Президент Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә үҙ ирке менән ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү концепцияларының һәм был өлкәләге башҡа программа документтарының ҡабул ителеүен билдәләп үтте.
— Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай тәжрибә юҡ. Уны өйрәнеп, эшебеҙҙә ҡулланырға тәҡдим итәм.
Республиканың закондар йыйылмаһында шәфҡәтлелекте иҡтисади йәһәттән дәртләндереү өсөн айырым норматив базаның булмауы ла етди проблема булып тора, тип билдәләне Президент.
— Федераль кимәлдә хәйриә ойошмаларының эшмәкәрлеге Граждандар кодексы, коммерцияға ҡарамаған берләшмәләр, хәйриә ойошмаларында хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закондар, Һалым кодексы менән көйләнә. Бынан тыш, былтыр социаль йүнәлештәге ойошмаларға ярҙам күрһәтеү, шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүселәр өсөн һалымдар күләмен кәметеү тураһындағы закон ҡабул ителде, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – 1997 йылғы «Хәйриә эшмәкәрлеге һәм хәйриә ойошмалары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законы төбәктә 2001 йылда уҡ үҙ көсөнән сыҡҡайны. Шунан бирле ярҙам күрһәтеүселәрҙең уларға ярҙам итеү формаһындағы статусы закон нигеҙендә билдәләнмәгән. Был, әлбиттә, закон сығарыу өлкәһендәге ҙур кәмселек. Беҙҙең парламентарийҙарҙан был темаға йәнә әйләнеп ҡайтып, яңы закон әҙерләүҙәрен һәм уны ҡабул итеүҙәрен һорайым. Федераль кимәлдә 2020 йылға тиклем хәйриә эшмәкәрлеген, шулай уҡ үҙ ирке менән ярҙам итеүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү концепцияһы ҡабул ителгән. Башҡортостан Республикаһында ла бындай концепцияны әҙерләү зарур, һәм был концепцияны булдырыу ысулдарын һәм уның төп тезистарын әҙерләү өсөн беҙҙең Совет составынан тейешле эш төркөмөн ойошторорға тәҡдим итәм. Ул беҙгә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был документта хәйриә эшмәкәрлегендә йәмәғәт структураларының, бизнес-берләшмәләрҙең ҡатнашыуын, шулай уҡ финанс йәһәттән асыҡлыҡты тәьмин итеү буйынса волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү юлдарын күрһәтергә кәрәк. Эшмәкәрлектең яңы формаларын билдәләү зарур.
Бынан тыш, Президент фекеренсә, был эштә Йәмәғәт палатаһының да роле артырға тейеш.
— Ул хәйриә эшмәкәрлеген алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың көстәрен туплауға булышлыҡ итә алыр ине, - тине республика башлығы. – Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы менән эшләү мөһим. Концепцияла ыңғай мәғлүмәт фонын булдырыу юлдарын билдәләү зарур. Изге эштәрҙе, һис шикһеҙ, пропагандаларға кәрәк. Хәйриә ойошмаларын берҙәм структураға туплау һөҙөмтәле сара булыр ине. Мәҫәлән, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарында барлыҡ хәйриә ойошмаларының мәнфәғәттәрен яҡлаған Ассоциация булдырыу. Республика советының һайланған составы, уның эшмәкәрлеге нигеҙенә һалынған етди алымдар беҙгә республикала хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтергә мөмкинселек бирәсәк, тип иҫәпләйем.
Белешмә өсөн. Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән 2011 йылдың 1 ноябрендә ойошторолдо. Совет Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү һәм уға ярҙам итеү, шулай уҡ дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, йәмәғәт берләшмәләре һәм хәйриә ойошмалары араһында килешеп эш итеүҙе көйләү маҡсатында булдырылды.
Совет рәйесе – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: