Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
7 Декабря 2011, 13:11
БР финанс министры интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе
7 декабрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллинаның онлайн-конференцияһы үтте.
Бер сәғәт дауамында финанс министры һорауҙарға яуап бирҙе. 17 сәғәттән 18-гә тиклем «Министрға һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит»те уҡыусы һәр кем уға мөрәжәғәт итә ала ине.
Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.
Рузалия Хисмәтуллинаның виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.
Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.
Автор:
"Башинформ" | фото: Андрей Старостин
Теги:
онлайн-конференциялар
ижтимағи электрон гәзит
Читайте нас