10:53 (UTC+5), 05 Декабря 2011

Төбәктә «Йәйғор» балалар метеостанцияһы булдырылды

Галина Бахшиева
Благовещенда ҡаланың балалар техник ижад үҙәге уҡыусыларының үҙаллы метеорологик күҙәтеүҙәр үткәреү мөмкинлеге тыуҙы.
— «Йәйғор» балалар метеостанцияһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уның ярҙамында уҡыусылар һауа торошо хаҡында ентекле мәғлүмәт ала, атмосфера баҫымы динамикаһын үлсәй һәм анализлай, ел йүнәлешен һәм көсөн өйрәнә. Бынан тыш, балалар үҙаллы яуым-төшөм күләмен үлсәй, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Благовещен техник ижад үҙәге уҡытыусылары һүҙҙәренсә, балалар метеостанцияһы ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки яңы уҡытыу алымы уҡыусыларҙа үҙаллы эҙләнеү, мәғлүмәт эшкәртеү һәм анализлау оҫталыҡтарын формалаштырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш метеостанция асыу балаларға тәбиғәткә тағы ла яҡыныраҡ булырға ярҙам итәсәк.
Метеостанциянан тыш, үҙәктә «Ер-һауа-һыу» балалар ғилми-тикшеренеү экологик күҙәтеү лабораторияһы эшләй башланы, ул төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика