Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
12:02 (UTC+5), 01 Декабря 2011

Республика Хөкүмәте менән Мәскәү дәүләт университеты хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

Галина Бахшиева
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты, Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий ҡул ҡуйҙы.
— Килешеү беҙҙең өсөн, әлбиттә, кәрәк. Ул өлгәшелгәндәрҙе нығыта, тип иҫәпләйбеҙ. Икенсе яҡтан, әлбиттә, хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Тәү сиратта Башҡортостан һәм Мәскәү вуздары араһында студенттар менән алмашыуҙы яйға һалырға кәрәк, сөнки һәр университет үҙенсә ҡиммәтле. Бынан тыш, фән өлкәһендә лә эшләргә әҙербеҙ. Республика Хөкүмәтенә беҙгә күрһәтелгән хөрмәт һәм ышаныс өсөн ҙур рәхмәтлемен, - тип хәбәр итте журналистарға физика-математика фәндәре докторы, академик, Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты, Мәскәү дәүләт университеты ректоры, 2011 йылда фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостандың дәүләт премияһын алыусы Виктор Садовничий.
Мәскәү дәүләт университеты ректоры һүҙҙәренсә, бөгөнгө килешеүҙең аналогтары юҡ. Быға тиклем Мәскәү дәүләт университеты Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән генә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөгән.
— Республика кимәлендә килешеү төҙөү Мәскәү дәүләт университеты өсөн – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Садовничий.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика