Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
07:02 (UTC+5), 28 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов 8-се ҡала клиник дауаханаһын асыу тантанаһында ҡатнашты

Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков
26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһын реконструкциянан һуң асыу тантанаһында ҡатнашты. Объектты ремонтлауға – 123 миллион һум, ҡорамалдар һәм мебель һатып алыуға 26 миллион һум тотонолдо. Реконструкция бер йыл дауам итте.
Поликлиника бинаһы 1951 йылда төҙөлгән, дөйөм майҙаны – 4 мең квадрат метр. Ул 30 мең өфөлөнө хеҙмәтләндерә.
Республика башлығы ҡан тапшырыу, хирургия һәм стоматология бүлектәрендә булды. Президент дауахана хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.
— Һеҙ ҡалала һәм, атап әйткәндә, һеҙҙең поликлиникала цивилизациялы медицина хеҙмәтләндереүенә йәнә бер аҙым яһанығыҙ, - тине Президент. – Медицина дәүләт ярҙамынан тыш эшләй алмай. Был өлкәне үҫтереү өсөн йыл һайын 30 миллиард һум аҡса сарыф ителә. Был бик ҙур һан. Әммә быға ҡарамаҫтан, медицина артабан да үҫтерелә. «Һаулыҡ» милли проектын иҫәпкә алып, эш бер нисә йүнәлештә алып барыла. Алдағы ике йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә яҡынса 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, бер көн эсендә барыһын да эшләп бөтөп булмай, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Президент шулай уҡ, төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 12-14 мең һум тәшкил итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бындай аҡсаға кешеләр фатир түгел, бүлмә лә һатып ала алмай. Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, сығымдарҙың ҡайһы бер өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Мәҫәлән, бушлай ер участкаларын бүлеү, инженер коммуникациялары үткәреү, ташламалар булдырыу, - тине Рөстәм Хәмитов.
— Әлегә беҙ ярлы йәшәйбеҙ. Яҡын арала табиптарҙың эш хаҡы бер нисә тапҡырға арта, тип вәғәҙә итә алмайым, - тип билдәләне төбәк башлығы. – Быға ҡарамаҫтан, үҙгәрештәр буласаҡ. Был юлдың башы ғына әле. Әлбиттә, яңыртыуға ресурстарҙы дәүләт алдағы йылдарҙа ла бүлергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов медицина хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ теләне:
— Һеҙ башҡа кешеләрҙе һауыҡтыраһығыҙ, ә үҙегеҙҙең сәләмәтлек тураһында йыш ҡына онотаһығыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ, ә ҡалғаны – булыр.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика