Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2011, 18:20
Октябрьскийҙың йәш бейеүселәре Мәскәүҙә үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдә ике тапҡыр еңеүсе булды
Октябрьскийҙағы Ҡала мәҙәниәт һарайының «Фортуна» бейеү коллективы Мәскәүҙә үткән «Юность» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә ҡатнашты.
Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре менән Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан ун ете ижади коллектив көс һынашты, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите. Октябрьскийҙың йәш бейеүселәре уңышлы сығыш яһаны. «Фортуна» төрлө йәш категорияларында ике тапҡыр еңеүсе булды, шулай уҡ фестивалдең махсус призы менән билдәләнде. Бейеү коллективы етәксеһе Светлана Бәхтийәрова «Халыҡ бейеүе» номинацияһында лауреат дипломына лайыҡ булды.
Автор:
Мөсәүир Камалетдинов
Теги:
фестивалдәр
сәнәғәт
Читайте нас