09:58 (UTC+5), 16 Ноября 2011

Ҡалтасы районында буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттыралар

Людмила Терновая
Ҡалтасы районының һайлаусылар исемлегендә - 21,5 меңгә яҡын кеше. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Мухнурова «Башинформ» агентлығына районда 37 участка һайлау комиссияһы эшләүе хаҡында һөйләне. Бөгөнгө көнгә 40-ҡа яҡын теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелгән. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе фаразлауынса, үткән һайлау кампаниялары тәжрибәһенә таянғанда, теркәүҙән төшөү таныҡлығын алыр өсөн 500-гә яҡын кешенең мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Улар араһында – студенттар, шулай уҡ район һәм республиканан ситтә вахта ысулы менән эшләүселәр.
Халыҡтың әүҙемлеген арттырыу ниәте менән район гәзите биттәрендә һайлауҙар буйынса мәҡәләләр даими баҫылып тора. Һайлау кампанияһы барышына, яңылыҡтарҙан тыш, күләмле аналитик материалдар ҙа бағышлана.
Үҙәк район китапханаһы тарафынан ойошторолған өлкән синыф уҡыусылары араһында үткәрелгән конкурс та буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи белемен арттырыуға йүнәлтелгән. «Һорау-яуап» форматында йәштәр һайлау ҡануниәте үҙенсәлектәрен үҙләштерә. Быйыл Ҡалтасы районының 500-гә яҡын кешеһе һайлауҙа тәүгә ҡатнашасаҡ. Улар өсөн иҫтәлекле дипломдар ҙа әҙерләнгән. Район хакимиәтенең йәштәр бүлеге йәш һайлаусылар өсөн мәҙәни саралар ҙа ойоштормаҡсы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика