Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2011, 16:09

Иртәгә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин

9 ноябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе һәм уның менән алыш-биреш итеү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Петр Клец ҡабул итәсәк.
Башлана — сәғәт 10-да.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Теги: анонс
Читайте нас