Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.74
+0.33
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2011, 14:08

Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыласаҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдында ҡуйыласаҡ. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте шундай ҡарар ҡабул итте.
Туҡайға Өфөлә һәйкәл ҡуйыу буйынса акцияны быйыл сентябрҙә «Ҡыҙыл Таң» гәзите ойошторғайны. Билдәле башҡорт шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов Өфөлә Туҡайға һәйкәл ҡуйырға кәрәклеге хаҡында ҙур мәҡәлә яҙып сыҡты. «Ҡыҙыл таң» гәзитендә был темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ә 19 сентябрҙә «Ҡыҙыл таң»дың беренсе битендә Башҡортостандың билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең — шағирҙар, яҙыусылар, ғалим-филологтар, журналистарҙың республика Президентына Өфөлә бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән асыҡ хаты баҫылып сыҡты.
— Ағымдағы йыл ТӨРКСОЙ ҡарары менән төрки дәүләттәрендә һәм Татарстан Президенты указы менән Татарстанда Туҡай йылы тип иғлан ителде, — тиелгәйне мөрәжәғәттә. – Һәм был осраҡлы түгел. Сөнки Туҡай бер татар халҡының ғына бөйөк шағиры булып ҡалмайынса, тиҫтәләгән миләттәргә, айырыуса төрки халыҡтарына, яҡтылыҡҡа-мәғрифәткә юл күрһәткән, бихисап әҙәбиәттәрҙең классиктарына остаз һаналған бөйөк зат.
Быйыл Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 125 йыл тулыуы Татарстанда һәм Башҡортостанда, Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә киң билдәләнде. Юбилей сараларын үткәреү сиктәрендә бөйөк шағирға Ҡаҙанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Уральскиҙа, Анкарала һәйкәл асылды.
— Үткән аҙнала «Ҡыҙыл таң» редакцияһына үткән түңәрәк өҫтәлдә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл булырға тейешлеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылыуын да бик урынлы тип иҫәпләйбеҙ, — тиелә асыҡ хатта. – Беренсенән, республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡалала һәйкәлдәрҙең аҙ булыуы, ҡаланың скульптураларға ярлылығы хаҡында бер нисә тапҡыр әйтеп үткәйне. Айырыуса ҡәләм оҫталары ташта, металда етәрлек кимәлдә һынландырылмаған, тип иҫәпләйбеҙ. Икенсенән, Ғабдулла Туҡайҙың башҡорт әҙәбиәте үҫешенә көслө йоғонто яһауы, һәм шуға ла төрлө быуын шағирҙарының һәм яҙыусыларының уны үҙенең остазы итеп һанауы бер кемгә лә сер түгел. Туҡайҙың башҡорт шиғриәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы, башҡорт йырҙары һәм моңдарынан илһам алыуы, ҡайһы берәүҙәрен хатта көйләп йөрөүе лә билдәле. Өсөнсөнән, киләһе йылдың яҙында Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тула. Ике бөйөк шағирҙың, Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриның дуҫлығы ике ҡәрҙәш халыҡты берләштереүсе, яҡынайтыусы билдәле тарихи сәхифә булып ҡала. Улар бер быуат элек һалған дуҫлыҡ күперҙәре төрлө һынауҙарҙы үтеп, нығый бара. Әҙәбиәттәр дуҫлығы – халыҡтар дуҫлығын нығытыуға һәр быуын үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу йүнәлешендәге «Ҡыҙыл таң» гәзите менән башланған акцияны мөрәжәғәт авторҙары бик ваҡытлы һәм мөһим тип атай. Был изге башланғысты йәмәғәтселек тә, тейешле ведомстволар ҙа әүҙем яҡлар, тип ышана.
Республика Президентына асыҡ хатҡа «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжип Асанбаев, республиканың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Суфиян Поварисов һәм Әхәт Ниғмәтуллин, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары, шағирҙар Хәсән Назар һәм Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре кандидаты Муса Мөлөков, билдәле публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов, яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов ҡул ҡуя.
Һәм бына «Ҡыҙыл таң»дың бөгөнгө һанында Өфө хакимиәте ошондай эстәлектәге яуап хаты биргән: «Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәтте ҡараны. Һәйкәлде СССР-ҙың 50 йыллығы урамында, Өфө «Нур» татар дәүләт театры бинаһы алдында ҡуйырға мөмкин тип һанайбыҙ. Хатҡа Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин ҡул ҡуйған. Ошонда уҡ Туҡай һәйкәлен урынлаштырыу схемаһы ла бирелгән. Әйткәндәй, гәзиттең ошо уҡ һанында билдәле татар шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Дәүләт советы депутаты, Илеш районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Миңнуллиндың мәҡәләһе баҫтырылған. Унда ул Туҡай һәйкәле өсөн иң уңайлы урын тип тап ошо «Нур» театры алдындағы майҙанды тәҡдим иткән. Шулай итеп, Туҡай ижадын хөрмәт итеүселәрҙең Өфөлә Туҡайға һәйкәл ҡуйыу тураһындағы хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты.
Автор:Алик Шакиров
Читайте нас: