Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2011, 13:32

Суфиян Поварисов менән Ҡәҙим Аралбаев юғары исемгә лайыҡ булды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреү системаһының маҡтаулы хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, яҙыусы-ғалим Суфиян Поварисовҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» исеме бирелде.
Ошо уҡ Указ менән Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары шағир Ҡәҙим Аралбаев «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ булды.
«Башинформ» агентлығы Суфиян Поварисов менән Ҡәҙим Аралбаевты юғары исем алыуҙары менән ҡотлай, уларға яңы ижади уңыштар теләй.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас