Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
07:20 (UTC+5), 20 Октябрь 2011

20 октябрь – халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең (Мостафа Сафа улы Кәримовтың) тыуыуына бөгөн 92 йыл тула. Ул 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.
Йола буйынса шағир иҫтәлегенә арналған саралар бөгөн Өфөлә көн дауамында барасаҡ. Шулай итеп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла «Мостай уҡыуҙары» сиктәрендә Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ижади эштәр конкурсына һәм халыҡ шағирының ижади мираҫын һәм тормош юлын өйрәнеү буйынса интернет-викторинаға йомғаҡ яһаласаҡ. Кисен, 20 октябрҙә, шағир исемен йөрөткән Башҡортостандың Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы мотивтары буйынса әҙерләнгән «Тоҡ эсендәге бесәй» спектакленең премьераһы үтәсәк. Өфө тамашасыһына уны яҡташыбыҙ, Мәскәүҙең «Ленком» театры режиссеры Илдар Ғиләжев тәҡдим итә.
Халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөлә һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Башҡорт әҙәбиәте классигына арналған скульптура композицияһы уның исемен йөрөткән урамда — Профсоюздар йорто янындағы скверҙа урын аласаҡ. Уның авторы, конкурста еңгән Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук Мостафа Сафа улын аяҡ үрә баҫтырып һынландырған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика