Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2011, 12:00
2012 йылға Берҙәм дәүләт имтихандарының расписаниеһы баҫылды
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) 2012 йылда 11 класты тамамлаусылар өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы расписаниеһын баҫтырҙы.
Ведомство сайты хәбәр итеүенсә, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп этабы 28 майҙан 21 июнгә тиклемге осорға планлаштырылған. Беренсе мотлаҡ предмет – математиканан имтихан тапшырыу көнө 31 майға билдәләнгән, рус теленән – 8 июнгә. 11 класты тамамлаусылар информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын, биология һәм әҙәбиәтте— 28 майҙа, сит телдәр һәм химияны — 4 июндә, география һәм йәмғиәтте өйрәнеүҙе — 13 июндә, тарих һәм физиканы 16 июндә тапшырасаҡ. Резерв көндәр — 18 - 21 июнь. Өҫтәмә көндәр — 9 июлдән 21 июлгә тиклем. Рособрнадзор проектына ярашлы, БДИ-ны алдан тапшырыу 20 апрелдән 4 майға тиклемге осорға планлаштырылған.
Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 29 майҙан 16 июнгә тиклем үткәрелә. Туғыҙынсы класс уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеү, химия, география, тарих, физика, биология, сит телдәр, әҙәбиәт, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын — 29 майҙан 1 июнгә тиклем, математиканы — 5 июндә, рус телен 14 июндә тапшыра ала. Резерв көндәре тип 15 һәм 16 июнь билдәләнгән.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
бди
Читайте нас