«Башинформ» агентлығына фонд президенты Айгөл Гәрәева һөйләүенсә, бында капиталь ремонт эшләнгән, инвалид балалар менән эшләү өсөн махсус техника һатып алынған.
Тәүҙә үҙәктә 3-18 йәштәрҙәге 102 бала шөғөлләнәсәк. Һәр төркөмдә етешәр бала буласаҡ. Кабинеттарҙа музыка, рәсем, бейеү, спорт, актерлыҡ оҫталығы, сит ил телдәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бынан тыш, балаларға психологтар, логопедтар, дефектологтар консультация бирәсәк.