Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:23 (UTC+5), 16 Сентября 2011

Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале асылды

Әлфиә Шәрәфетдинова
Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале асылды. Ике көнлөк сараға бөтә республиканан 50-нән ашыу хәбәрсе йыйылды. Улар утыҙлаған төбәк киң мәғлүмәт саралары исеменән сығыш яһай.
— Фестиваль сиктәрендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы буласаҡ, унан һуң Матбуғат йортона сәйәхәт ойоштороласаҡ, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров.
Форум барышында йәш журналистар республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Журналистар союзы етәкселеге, төбәктең алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашасаҡ.
Фестиваль программаһында – ике һөнәри конкурс: «Йәш булыуы еңелме» (йәштәр мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға) һәм «Ҡәләм осонда» (көн ҡаҙағына һуҡҡан иң яҡшы мәҡәләгә). Шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы ла үтәсәк.
Әлеге фестиваль һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын үткәрелеүсе форумда 35 йәшкә тиклемге һәр журналист ҡатнаша ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика