Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
07:06 (UTC+5), 09 Сентября 2011

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда 2011 йылға журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүәселәр билдәләнде. Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов уларҙың исемдәрен атаны.
Махсус булдырылған Хөкүмәт комиссияһы һайлап алған дәғүәселәр исемлегендә - дүрт коллектив һәм ете индивидуаль эш авторы, тип хәбәр иттеләр республика Журналистар союзынан. Шулай итеп, комиссия конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе: Ринат Фәйзрахманов, Ринат Рәжәпов һәм Илдар Әхиәров составындағы коллектив – «Необычные названия: истории и быль» мәҡәләләр циклы өсөн («Республика Башкортостан» нәшриәт йорто); Ғәлим Хисамов, Тәлғәт Сәғитов, Ғәлиә Ғәлимова һәм Юрий Илингин - «Әхмәтзәки Вәлиди» китабы өсөн (Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте); Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова – үҙҙәренең өлгөһөндә әхлаҡи һәм рухи камиллыҡҡа ынтылыуға, кешелек ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе замандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн («Туймазинский вестник» гәзите); Рәдис Ноғоманов, Яҙгөл Юнысова һәм Руфина Хәсәнова – уҡыусыларҙың хоҡуҡи һәм социаль-көнкүреш мәсьәләләренә арналған «Алло, «Өмет» тыңлай» һәм «Ни өсөн шулай?» проекттары, һәм «Власть менән халыҡ араһында бәйләүсе звено булараҡ матбуғаттың роле тураһында» темаһына мәҡәләләр өсөн (Башҡортостан Журналистар союзы менән тәҡдим ителде); Әнисә Бикташева - «Топонимия бассейна рек Малая Сурень, Большая Сурень» китабы өсөн («Зианчуринские зори» гәзите); Юнир Кинйәбаев - «Оҙон юлдар, хәтирәле йылдар...» китабы өсөн («Башҡортостан» гәзите); Сибәғәт Рахманғолов - «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме («Юшатыр» гәзите); Фәнүр Ғилманов - «Донъя был…» («Кызыл таң» гәзите); Фәрзәнә Аҡбулатова - «Яҙыусы һәм заман» һәм «Сәхнәләге тормош» тапшырыуҙар шәлкемдәре; Наталия Санникова - «Из жизни слов» программалар шәлкеме өсөн һәм Рита Өмөтбаева «Асыҡларға ваҡыт» ток-шоуы өсөн («Башҡортостан» телерадиокомпанияһы менән тәҡдим ителде).
Барлыҡ теләүселәр ҙә конкурс материалдарына үҙ баһаһын бирә ала. Тәҡдимдәрҙе 1 октябрға тиклем киләһе адрес буйынса ебәрергә: Өфө ғалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, 1007-се офис.
Конкурс эштәрен тикшергәндән һуң, комиссия республика журналистар премияһының өс лауреатын билдәләйәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика