16:20 (UTC+5), 26 Августа 2011

Өфө мәктәптәре янында светофорҙар урынлаштырыласаҡ

Өфө мәктәптәре янында светофорҙар урынлаштырыласаҡ. Ата-әсәләр һәм мәктәп директорҙары тарафынан бер нисә тапҡыр күтәрелгән был мәсьәлә Өфөнөң ҡала Советы ултырышында ҡаралды.
Әммә светофорҙар һәр мәктәп янында ла булмаясаҡ. Уҡыу учреждениеларын депутаттар һайлап аласаҡ.
Ситуацияға ҡала башлығы Павел Качкаев комментарий бирҙе.
— Был процеста бер нисә ҡатнашыусы бар – ата-әсәләр, уҡыусылар, беҙҙең юлдар, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, - тине ул. – Һәр мәктәп янында ла светофорҙар урынлаштырырға кәрәк, тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел.
Ҡала башлығының фекерен Өфөнөң ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин да хупланы. Ул һәр осраҡты айырым ҡарап, уларға баһа бирергә тәҡдим итте. Бының өсөн улар светофорҙар ҡуйыуҙың кәрәк булыу-булмауы хаҡында мәғлүмәт һорап, мәктәп директорҙарына һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итте.
— Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан светофорҙар ҡуйыуҙың кәрәге юҡ, тип кенә яуап бирҙеләр, - тине Ирек Ниғмәтуллин. - Әммә беҙҙең депутаттар урындарға барып, уларҙың кәрәклеген асыҡланы.
Ирек Ниғмәтуллин мәктәптәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙе тергеҙергә тәҡдим итте. Павел Качкаев та ошо фекерҙә.
— Балалар юлдарҙы зебралар аша үтһен өсөн генә лә уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк, - тип иҫәпләй ул.
Павел Качкаев һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында халыҡ күпкә тәртиплерәк, кешеләр юл аша тыйылған урындарҙан йүгереп үтмәй. Бындай хәл ниңәлер Өфө өсөн генә хас.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика