Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2011, 16:56
Өфөләге машиналар иҫәбе 390 меңгә етте
Өфөлә теркәлгән автотранспорт сараларының дөйөм иҫәбе 390 меңгә етте. Быйылғы ете айҙа ғына уларҙың һаны 15 меңгә артҡан. Ҡала Советы ултырышында Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы Илгиз Садыҡов шундай мәғлүмәт бирҙе.
Автомобилдәрҙең күбәйеүе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарының артыуына килтерә. Йыл башынан алып ҡала буйынса 300 меңгә яҡын ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта йәйәүлеләр өлөшөнә уларҙың 16 меңдән әҙ генә күберәге тура килә, ҡалғандары – водителдәр намыҫында.
Өфөлә теркәлгән транспорттың ҙур өлөшөн еңел автомобилдәр тәшкил итә. Бер нисә көн элек кенә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк Өфөлә 330 мең еңел транспорт сараһы иҫәпләнеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
транспорт
Читайте нас