Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 13:28
Юлдарға реагенттар һәм ҡом һибеү Өфө бюджетына 49 миллион һумға төшәсәк
Боҙлауыҡта юлдарға ҡом һәм реагенттар һибеү өсөн Өфөлә быйыл ҡыш 49 миллион һум тотоноу планлаштырыла. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Николай Соловьев хәбәр итте. Ҡом, тоҙ һәм махсус реагенттар һатып алыу буйынса аукциондарҙы 22 августа, 1 һәм 5 сентябрҙә үткәреү күҙаллана.
Юлдарға һибеү өсөн реагенттар быйыл 2200 тонна күләмендә һатып алынасаҡ – был яҡынса миллион һум. Ә бына ҡомдо 55 мең тонна алыу планлаштырыла – яҡынса 13 миллион һумлыҡ. Хәйер, ҡала башлығы Павел Качкаев был сама ҡомдо артыҡ күрә. Ҡала бер ҡышта уны файҙаланып бөтә алмаясаҡ. Павел Качкаев уның күләмен кәметергә ҡушты. Ул ваҡытта яҙғыһын юлдар ҙа таҙараҡ, бюджет та теүәлерәк буласаҡ.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Читайте нас