06:39 (UTC+5), 12 Июля 2011

Башҡортостанда Чечен Республикаһының Мәҙәниәт көндәре үтте

Людмила Терновая
Чечен мәҙәниәте көндәре «Урал» художестволы галереяһында үткән ял көндәрендә ойошторолдо. Сараның ойоштороусыһы - республикала 17 йыл эшләп килгән «Барт» («Татыулыҡ») чечен милли-мәҙәни үҙәге. Башҡортостанда йәшәүсе әрмән, әзербайжан, дағстан диаспоралары вәкилдәре һәм башлыҡтары Мәҙәниәт көндәре ҡунаҡтары булды.
Өфөлә ошо ваҡытта Чечен Республикаһының Мәҙәниәт көндәрен үткәреү йолаға әүерелде, тип һөйләне үҙәк рәйесе Лом-Али Исраилов. Галереяла Чечен Республикаһының тарихы, милли кейемдәре күрһәтелгән стендтар урынлаштырылды. Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Алан Исаевтың «Тыуған яғым» фотокүргәҙмәһе презентацияланды. 2007-2010 йылдарҙа Чечен Республикаһында төшөрөлгән күп һанлы фотоһүрәттәр араһынан Өфө экспозицияһы өсөн автор йөҙҙән ашыу эшен һайлаған. Бында Кавказдың үҙенсәлекле тәбиғәте төшөрөлгән фотоһүрәттәр, яҡташтар портреты, көн-күреш сюжеттары, Чечен Республикаһындағы бөгөнгө тормоштоң ҡыҙыҡлы мәлдәре урын алған.
— Урал яҙының биҙәктәре һуңыраҡ сағылыш табасаҡ, ләкин Башҡортостан буйлап буласаҡ сәфәремә мин әле үк кинәнәм. Эштәремде Чечен Республикаһында күрһәтер өсөн үҙенсәлекле фотосессия эшләргә хыялланам. Ә был фотокүргәҙмәне «Барт» йәмғиәтенә бүләк итәм. Ул беҙҙең халыҡтар араһындағы мөнәсәбәткә ыңғай күренештәр өҫтәр, тип ышанам, - тип һөйләне Исаев.
Сарала шулай уҡ яҙыусы Марат Муллаҡаевтың «Нәнәй» китабы презентацияланды. Был повесҡа баш һүҙҙе «Барт» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Ломх-Али Исраилов яҙған.
Бөгөн Башҡортостанда 40 милли-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Билдәләп үтәйек, «Барт» мәғрифәтселек йәһәтенән иң әүҙемдәрҙән һанала. Республикала яҡынса 1200 чечен йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика