Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2011, 15:11

Өфө Урман ауылы халҡына гуманитар ярҙам йыя

Урман ауылы янындағы боеприпастар келәте шартлауы һәм янғындар арҡаһында зыян күреүселәр өсөн Өфөлә гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункттары эшләй башланы.
Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, әйберҙәр ҡабул итеү пункттары түбәндәге адрестар буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем 9-17 сәғәттәрҙә Өфөнөң бөтә райондарында ла эшләй:
Үҙәк урам, 18, Б. Хмельницкий урамы, 53, Менделеев урамы, 136/2, Ғафури урамы, 103, Р. Зорге урамы, 31, Б. Хмельницкий урамы, 68/1, Цюрупа урамы, 102.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас