Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2011, 14:18

Өфөлә «Рәсәй үҙаң проблемалары: халыҡ, интеллигенция, власть» VIII Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк

1-2 июндә Башҡорт дәүләт университетында «Рәсәй үҙаң проблемалары: халыҡ, интеллигенция, власть» VIII Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.
Билдәле Рәсәй ғалимдары пленар ултырыш сиктәрендә Рәсәй үҙаңын үҙгәртеү, кеше үҙаңында архаик, традицион һәм инновацион башланғыстарҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүе, Рәсәйҙә граждандар йәмғиәте үҫешенең социомәҙәни аспекттары кеүек мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.
Форумдың төп үҙенсәлеге: бында халыҡтың, интеллигенцияның, властың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен анализлауға айырым иғтибар биреләсәк.
Бөтә Рәсәй конференцияһын үткәреү урыны итеп юҡҡа Өфө һайланмаған: Башҡортостан Рәсәйҙең географик картаһының үҙәгендә урынлашыуҙан тыш, юғары фәнни һәм философик потенциалға эйә төбәктәр иҫәбенә инә. Мәҫәлән, Рәсәй философия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ғалимдар һаны буйынса (200-ҙән ашыу кеше) Мәскәүҙән, Санкт-Петербург һәм Екатеринбургтан ҡала дүртенсе урында килә.
Форум программаһында Бәләбәй районына сәфәр ҙә планлаштырыла, ҡатнашыусылар унда Надеждин ауылындағы Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында буласаҡ.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас