Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2011, 15:11
Рөстәм Хәмитов Беренсе каналдың «Беренсе бул» хәйриә акцияһы сиктәрендә балаларға ярҙамға бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡыйбатлы медицина ярҙамына мохтаж балаларға бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе. Ауыр хәлдә ҡалған балаларға аҡса йыйыу Беренсе каналдың «Беренсе бул» хәйриә акцияһы сиктәрендә ойошторолған. Быйыл был акция Башҡортостанда үтә.
Тупланған средстволар ҡаты ауырыуҙарҙан яфаланған Өфөләге ете йәшлек ҡыҙҙы һәм Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек үҫмерҙе дауалауға йүнәлтеләсәк, тип планлаштырыла. Был балаларға кәрәкле ҡиммәтле дарыуҙар дауалау средстволарының дәүләт реестрына индерелмәгән, шуға күрә уларҙы бюджет аҡсаһына һатып алып булмай.
Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең һәм Хөкүмәтенең бик күп башҡа хеҙмәткәрҙәре лә хәйриә акцияһы иҫәбенә бер көнлөк хеҙмәт хаҡын күсерҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Был акцияға ҡушылырға һәм балаларға ярҙам итергә теләгәндәр өсөн банкта иҫәп асылған:
БР Финанс министрлығы (“Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты” дәүләт учреждениеһы л/с 02110120230)
ИНН 0277052425
КПП 027701001
р/с 40603810700003000314 Өфөләге «УралСиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы
к/с 30101810600000000770
БИК 048073770
Алыусыһы: БР Финанс министрлығы (“Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты” дәүләт учреждениеһы л/с 02110120230)
Түләүҙең кемгә тәғәйенләнеүендә табыш кодын күрһәтергә /3039902002/848/0000/180
Автор:
"Башинформ"
Теги:
башҡортостан президенты
хәйриә
Читайте нас