Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2011, 11:05

Рөстәм Хәмитов: «Ғаилә беҙҙең эштә – һис шикһеҙ өҫтөнлөклө»

«Ғаилә һәм демография: милләт-ара татыулыҡты үҫтереүҙең социаль мөмкинлектәре» девизы аҫтында Өфөлә «Рәсәй ғаиләһе» халыҡ-ара конгресы үтте. Иҫәп буйынса һигеҙенсе форум 2011 йылда иғлан ителгән Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына ҡарата үткәрелде. Уның ҡатнашыусылары – алыҫ һәм сит илдәрҙең, 40-тан ашыу Рәсәй Федерацияһы субъектының вәкилдәре күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре һәм перспективаларын, демография проблемаларын, ғаилә институтын нығытыу, илдә ғаилә сәйәсәте үҫеше стратегияһын һәм уның закондар менән тәьмин ителешен тикшерҙе.
Конгресс делегаттарын сәләмләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, милли мәҙәниәт тулыһынса ғаиләнән килә, тип билдәләне.
— Ғаиләнең традицион йәшәү рәүешен һаҡлау һәм үҫтереү – һәр халыҡ мәҙәниәтенең мөһим бурысы, — тине республика башлығы. — Башҡортостан, дөйөм алғанда бар Рәсәй халыҡтарына электән матди ҡыҙыҡһыныуға түгел, ә мөхәббәткә нигеҙләнгән ныҡлы, ҙур ғаилә ҡиммәттәре хас. Үкенескә күрә, хәҙер был ҡиммәттәргә хәүеф янай. Сәнғәт, пропаганда алып барыу, иҡтисади йәһәттән дәртләндереү ярҙамында уларҙы тергеҙеү – йәмғиәттең, Хөкүмәттең төп бурысы.
Рөстәм Хәмитовтың айырып билдәләүенсә, «ғаилә – ул милли башланғысты үҫтереүҙең иң мөһим ресурсы».
— Миҫал өсөн милли телдәрҙе алайыҡ. Мәктәптәге туған тел дәрестәренең ғаиләләге йәнле аралашыуҙы алмаштыра алмауы көн кеүек асыҡ, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. — Аралашыу – телде ысынтылап өйрәнеүҙең иң яҡшы, әгәр ғәҙел булырға теләһәк, моғайын, берҙән-бер алымылыр ул. Мәктәптә генә уҡытылған һәм йәнле аралашыу ҡоралы булмаған тел үлә. Яуаплылыҡты бер-береһенә һалырға тырышыу урынына, ғаилә менән мәктәпкә бында союздаштар булырға кәрәк.
Президент республикала йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәүен дә телгә алды.
— Башҡортостандың күп быуатлыҡ тәжрибәһе шуны раҫлай: күршегә, уның мәҙәниәтенә, теле, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт иң элек ғаиләлә тәрбиәләнә, татыу күршелек тураһындағы хәтер тап ғаиләлә гендар кимәлендә быуындан быуынға тапшырылырға тейеш, — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов. — Һәм бындай ғаилә ныҡ икән, милләтселек һәм шовинизмдың бер ниндәй ағыуы ла йәмғиәткә үтеп инә алмаясаҡ. Башҡортостан — ул тарихи нығынған толерантлыҡтың сағыу миҫалы һәм үҙенең күп быуатлыҡ тарихы менән ул халыҡтарҙың тыныс һыйышып йәшәүе кеүек сценарийҙың йәшәүгә һәләтле булыуын раҫланы.
Милләт-ара никахтарҙы Рөстәм Хәмитов толерантлыҡтың асыҡ миҫалы итеп атаны.
— Республикала уртаса алғанда никахтарҙың һәр өсөнсөһө – ҡатнаш, — тине ул. — Был ил буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. һәм бындай никахтар арта бара. Мәҫәлән, әгәр 2005 йылда рус һәм татарҙар мең ярымдан аҙыраҡ ғаилә ҡорһа, былтыр был һан ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Башҡорттар һәм татарҙар араһында 2005 йылда 1400 самаһы никах теркәлгән. Ә 2010 йылда улар өс меңдән ашҡан. Йәғни бындай никахтар иҫәбе өс тапҡырға артҡан.
Бындай статистика, Президент фекеренсә, һис шикһеҙ, төбәктәге сәләмәт социаль мөхит тураһында һөйләй.
— Ҡатнаш никахтарҙа бик йыш матур һәм һәләтле балалар тыуыуы тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Бындай ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, ике теллелек үҫешә. Йәғни төрлө милләттән булған ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар үҙҙәре үк ике телде, шулай уҡ йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереү өсөн шарттар булдыра. Толерантлы ғына түгел, рухи яҡтан бай шәхесте тәрбиәләүҙә быны бик мөһим шарт тип иҫәпләйем. Тағы бер тел, тағы бер мәҙәниәтте өйрәнеүсе кеше, образлы әйткәндә, тағы бер донъяға байый.
Һүҙен тамамлап Президент, ғаилә именлеге, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау –социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше, тип билдәләне.
— Ғаилә беҙҙең эштә – һис шикһеҙ өҫтөнлөклө, — тине Рөстәм Хәмитов.
Автор:Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: