11:44 (UTC+5), 19 Мая 2011

Өфө дауаханаһының йәш пациенттарына банкирҙар байрам ойошторасаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
Был яҡшы бүләк Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһының пациенттарын көтә. 27 майҙа ВТБ банкы бында ҙур байрам үткәрәсәк. Балаларҙы киң танылған «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» телетапшырыуы геройҙары, «Камаз-мастер» командаһы автоҡыуыусылары, «Париж-Дакар» ралли даими ҡатнашыусылары һәм башҡа бик күп мауыҡтырғыс ваҡиғалар көтәсәк.
Өфөләге ВТБ филиалының Йәмәғәтселек һәм рекламалар менән бәйләнеш буйынса идара итеүсеһе ярҙамсыһы Ирина Моторина һүҙҙәренсә, был сара ВТБ банкының «Күҙ йәшһеҙ донъя» бөтә Рәсәй шәфҡәтлелек программаһы нигеҙендә үтәсәк.
—Программа Рәсәй балалар дауалау учреждениеларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын 1 миллион һум күләмендәге адреслата ярҙамды бөтә донъя буйынса ундан артыҡ балалар дауаханаһы алып тора. Быйыл был ярҙам Өфөләге 17-се һанлы балалар дауаханаһына күрһәтеләсәк, — тине Ирина Моторина.
Йәш пациенттар өсөн байрам ВТБ банкының һис тә берҙән-бер социаль проекты түгел. Шулай, Өфө филиалы Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фондына инә һәм бағыусы кәңәшмә изге Алла анаһы Раштыуаның сиркәүен реконструкциялау буйынса балалар һәм үҫмерҙәр Социаль приютына ярҙам итеп, Өфөлә «Георгиев таҫмаһы» акцияһының бағымсыһы булды. Бынан тыш, банкта волонтер хәрәкәте әүҙем эшләй – айырым осраҡта хеҙмәткәрҙәр донор булып торалар һәм даими рәүештә ҡан тапшыралар.
— Спорт, мәҙәниәт, шулай уҡ социаль яҡлауға мохтаждарҙы ярҙам итеү — ВТБ-ның корпоратив миссияһы, —тине Ирина Моторина, әлеге проекттарҙы эшләү һәм тормошҡа ашырыуҙа, Банкта махсус проекттар бүлеге булдырылған һәм хеҙмәткәрҙәр йыл һайын федераль һәм региональ кимәлдә унлаған акциялар үткәреп торалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика