Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
04:22 (UTC+5), 18 Май 2011

Өфө мәктәптәре 11 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итергә әҙер

Евгений Рәхимҡолов
Өфө мәктәптәре 1 сентябрҙә беренсе класҡа 11,2 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙер. Шул сама бала йәше һәм сәләмәтлек торошо буйынса уҡыуға әҙер. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ата-әсәләрҙән балаһын мәктәпкә ҡабул итеүҙе һорап 9,6 мең ғариза бирелгән.
Азамат Сәйфуллин мәктәптәрҙәге сығарылыш имтихандарына әҙерлек тураһында ла һөйләне. Быйыл Өфө мәктәптәрендә туғыҙынсы класты тамамлаусы - 8,9 мең, ун беренсе класты тамамлаусы алты мең уҡыусыға йомғаҡлау аттестацияһын үтергә тура киләсәк. Ҡала территорияһында 31 берҙәм дәүләт имтиханы үткәреү пункты ойошторолған. Имтихандар алыуға ике мең самаһы уҡытыусы йәлеп ителәсәк. Дауалау учреждениеларында һәм шифаханаларҙа дүрт айҙан ашыу дауаланыусы һәм инвалид балалар өсөн имтихандар ябайлаштырылған формала үткәреләсәк. Ҡалала бындай 56 кеше барлығы билдәле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика