Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2011, 13:25
Өфөлә тыуымдың кәмеүе теркәлде
Өфөлә тыуымдың кәмеүе теркәлде. Был хаҡта Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, тәүге дүрт айҙа Өфөлә халыҡтың тәбиғи кәмеүе 20 самаһы кеше тәшкил иткән.
Бындай тенденция республиканың баш ҡалаһы өсөн ғәҙәти түгел. Һуңғы бер нисә йыл дауамында Өфөлә тыуым тотороҡло арта барҙы. Бер ваҡыт баш ҡалабыҙ хатта илдәге миллионлы ҡалалар араһында халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелгән берҙән-бер ҡала булып ҡалды (Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда). 2009 һәм 2010 йылдарҙа халыҡтың тәбиғи үҫеше Өфөлә ике мең самаһы кеше тәшкил итте. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәй мегаполистары араһында тыуым кимәле буйынса тағы алдынғылар рәтенә сыҡты. 2010 йылда тәбиғи үҫеш Өфөнән тыш ни бары ике ҙур ҡалала – Новосибирскиҙа һәм Екатеринбургта теркәлгәйне.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
тыуым
урындағы власть
Читайте нас