Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2011, 18:15

Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Башҡортостанда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләнеләр

13 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәрҙе.
Бындай матур сараның 15 майҙа билдәләнеүсе Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа әүәл-әүәлдән ҡатын-ҡыҙҙарҙы өй йылыһын, ғаиләне һәм уның ҡиммәттәрен һаҡлаусы булараҡ хөрмәтләгән.
«Әсәлек даны» миҙалын бөгөн 56 ҡатын-ҡыҙ алды. 1998 йылдан башлап Башҡортостанда ошондай биш меңдән ашыу награда тапшырылған. Бүләкләнгәндәрҙең күбеһе дауаханала, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, заводтарҙа эшләй, араларында һауынсылар ҙа, бухгалтерҙар ҙа бар, һәм был уларға иң һөйкөмлө, иң хәстәрлекле әсә булып ҡалырға бер ҙә ҡамасауламай.
— Һеҙҙең статус – күп балалы әсә статусы – беҙҙең республикала иң юғарыһы, — тип билдәләне вице-премьер Фидус Ямалетдинов наградлау тантанаһын асып. — Бөгөн Башҡортостандың социаль сәйәсәтендә ғаиләгә — йәмғиәтебеҙ йәшәйешенең нигеҙенә өҫтөнлөк бирелә. Һәм республика властары ғаилә тормошо, балалар табыу һәм тәрбиәләү, әсә һәм бала һаулығын һаҡлау өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы үҙенең төп бурыстарының береһе итеп күрә. Ғаиләгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бөтә саралар ҙа закон кимәлендә нығытылған. Күләмле ярҙам коммуналь хеҙмәттәргә түләү, бушлай юл йөрөү, туҡланыу һәм мәктәп формаһы кеүек һәр төрлө федераль һәм республика ташламаларында, түләүҙәрендә сағыла. Бынан тыш, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам күрһәтелә. Күп балалы ғаиләләр алдындағы ошо һәм башҡа йөкләмәләрҙе республика властары артабан да теүәл үтәргә ниәтләй.
Атап әйткәндә, вице-премьер алдағы йылдарҙа республикала балалар баҡсаһында урын етешмәү проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән программаның тормошҡа ашырыласағын билдәләне.
— Балалар баҡсаларына бәйле мәсьәлә ҙур ҡалаларға ғына түгел, ауыл еренә, айырыуса район үҙәктәренә лә хас, — тине бөгөн бүләкләнгән әсәләрҙең береһе, Ҡалтасы районынан Ирина Көмөшбаева. Ул биш бала тәрбиәләй. Ололары студенттар инде, береһе мәктәптә уҡый, ике бәләкәсе балалар баҡсаһына йөрөй. Әммә, уның әйтеүенсә, райондағы бихисап ғаиләләр балаһын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына урынлаштыра алмай. Һәм был хаҡта власть вәкилдәренә еткереүҙәрен һораған.
Ҡалтасы районынан килгән Ҡалмаш балалар йортоноң элекке тәрбиәсеһе Лиана Семенова бәләкәй балаларын үҙе тәрбиәләй, бының өсөн уға яратҡан эшен ҡалдырырға тура килгән.
— Мин өйҙә күп бала булғанын яратам, үҙем дә ошондай ғаиләлә үҫтем. Ирем менән минең өсөн балалар — иң ҙур шатлыҡ һәм бәхет, — ти ул.
Йорт хужабикәһе Лиана Семенова хәләл ефете менән бергәләп яңы һөнәр үҙләштерә башлаған: улар умартасылыҡ менән шөғөлләнә һәм был мауыҡтырғыс эшкә оло балаларын да өйрәтә.
Бәхетле әсәнең әйтеүенсә, быйыл улар бергәләп яңы йорт төҙөлөшөн дә башларға ниәтләйҙәр.
Тантана йола буйынса иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: