12:25 (UTC+5), 22 Апреля 2011

Башҡортостандың баҫма киң мәғлүмәт саралары «Матбуғаттың алтын фонды – 2011» билдәһенә лайыҡ булды

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостандың 16 баҫмаһы «Матбуғаттың алтын фонды – 2011» билдәһенә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үткән «Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш перспективалары» эшлекле форумы сиктәрендә үтте. Форумда үҙәк һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары, дәүләт власты органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары хакимиәттәре һәм департаменттары вәкилдәре ҡатнашты.
Форум барышында киң мәғлүмәт сараларының сифаты, матбуғатҡа ышаныс, баҫмаларҙың һайлау кампанияларында ҡатнашыуы, гәзит уҡыусылар проблемалары тураһындағы мәсьәләләр тикшерелде.
«Матбуғаттың алтын фонды» конкурсын ойоштороу комитеты рәйесе, «Журналист» нәшриәт йортоноң генераль директоры Геннадий Мальцев 300 самаһы баҫманың почетлы наградаға лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, сифатлы матбуғат вәкилдәре дәүләт ташламалары һәм гранттары алырға тейеш. «Матбуғаттың алтын фонды» конкурсы нигеҙендә 2012 йылда өҫтәмә конкурстар ҙа үткәреләсәк («Алтын глобус», «Кентавр»).
Башҡортостан Республикаһы баҫмаларынан «Алға» (Борай), «Аманат» (Өфө), «Ашҡаҙар таңдары» (Фёдоровка), «Благоварские вести» (Языков), «Время» (Күмертау), «Действие» (Өфө), «Ейәнсура таңдары» (Иҫәнғол), «Калтасинская заря» (Ҡалтасы), «Караидель» (Ҡариҙел), «Кармаскалинская новь» (Ҡырмыҫҡалы), «Красное знамя» (Нефтекама), «Күгәрсен хәбәрҙәре» (Мораҡ), «Победа» (Бөрө), «Учалы гәзите» (Учалы), «Яйыҡ» (Учалы), «Яңауыл таңдары» (Яңауыл) маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова Башҡортостан баҫмаларын «Матбуғаттың алтын фонды» билдәһен алыуҙары менән ҡотланы.
— Баҫмаларыбыҙҙың бында ҡатнашыуына һәм сифатлы матбуғат булараҡ һайлап алыныуҙарына шатмын, — тине Венера Хәкимова. – Был матбуғатыбыҙ йөкмәткеһенең кимәле юғары булыуы хаҡында һөйләй. Республика баҫмалары уҡыусыға яҡын, кешеләргә ҡыҙыҡлы мөһим темаларҙы яҡтырта. Башҡа баҫмаларға ла конкурста ҡатнашыуҙарын һәм наградалар алыуын теләйем.
Шуны ла билдәләп үтәйек, 2010 йылдан башлап «Журналист» нәшриәт йорто менән ғәмәлгә ашырылған «Матбуғаттың алтын фонды» гәзит уҡыусыларын юғары әхләҡи принциптарҙы пропагандалаусы сифатлы матбуғатҡа яҡынайтыуҙы маҡсаты итеп ҡуйған. Почетлы билдәләр Рәсәйҙең иң ҙур китапханалары директорҙарынан торған бойондороҡһоҙ эксперттар советы ҡарары нигеҙендә иң яҡшы баҫмаларға бирелә. Проект дәүләт кимәленә сыҡты һәм федераль власть органдарында хуплау тапты.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика