Башҡортостандың өс уҡыу йорто – 34-се Өфө мәктәбе, 144-се башҡорт гимназияһы, В.Комаров исемендәге Өфө ҡала Балалар ижады һарайы ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре исемлегенә инде. Шишәмбе, 5 апрелдә, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комиссияһы делегацияһының Башҡортостан Республикаһына визиты сиктәрендә РФ Комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе ошо мәғариф учреждениелары директорҙарына тантаналы рәүештә халыҡ-ара Париж сертификаттарын тапшырҙы.
Был документ төбәктә ойошторолған уникаль мәғариф учреждениеларының халыҡ-ара кимәлдә танылыуын раҫлай. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе статусы ижади тәжрибә уртаҡлашыуға, уҡыусыларҙың профессиональ үҫешенә, йәш һәләттәрҙең һәр яҡлап ярҙам алыуына, уларға Рәсәй һәм сит ил сәнғәт оҫталары тарафынан көсәйтелгән иғтибар күрһәтелеүенә киң мөмкинлектәр аса.
Бүләкләү тантанаһын үткәреп, Григорий Эдуардович Рәсәй Федерацияһында «ЮНЕСКО» хәрәкәтенең ҙур импульс алыуын билдәләне.
— ЮНЕСКО-ның бөтөн башланғыстарына ла хәҙер етди һәм мөһим роль бирелә, — тине ул. — Был иң тәүҙә Рәсәйҙәге ЮНЕСКО кафедраларының инновация процестары үҫешенә булышлыҡ итеүсе алдынғы фәнни тәжрибә үҙәктәренә әйләнергә тейешлеге менән бәйле.
Башҡортостан хаҡында һөйләгәндә, Григорий Орджоникидзе республиканы ЮНЕСКО хәрәкәте контексында алдынғы тип баһаланы.
— Һеҙ ЮНЕСКО хәрәкәтенең байтаҡ йүнәлештәрендә уңышлы эшләйһегеҙ, ҡыҙыҡлы саралар үткәрәһегеҙ, башҡа ассоциацияланған мәктәптәрҙәге хеҙмәттәштәрегеҙ менән осрашаһығыҙ.
Григорий Орджоникидзе ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитетының емешле эшмәкәрлеген дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Был ойошманың башҡарма директоры Өлфәт Йомағужинға ул Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлегенә ҙур өлөш индергәне өсөн диплом тапшырҙы.
ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре милли координаторы Нэлла Прусс әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһында 200 самаһы ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе иҫәпләнә, шуларҙың 13-ө Башҡортостан Республикаһында.
— Башҡортостандың ассоциацияланған мәктәптәре әүҙемлеге, ижади ҡарашы, берҙәмлеге менән айырылып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Беҙҙең башланғыстарҙы иң тәүҙә һеҙ күтәреп алаһығыҙ.
Әйткәндәй, уның һүҙҙәренсә, яҡын арала төбәктең йәнә биш мәктәбе сертификат аласаҡ. Улар иҫәбендә Өфөнөң 64-се, 93-сө гимназиялары, Күмертау ҡалаһының 1-се гимназияһы, Благовар районының Пришиб ауылы мәктәбе һм Ҡырмыҫҡалы ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
Һүҙ ыңғайы, «ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре» проекты – ойошманың иң уңышлы һәм оҙайлы проекттарының береһе. Ул 1953 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ҡатнашыусылар дүрт төп йүнәлеш буйынса эшләй – БМО һәм ЮНЕСКО тураһында мәғлүмәт таратыу, тотороҡло үҫеш өсөн белем алыу, тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары, мәҙәниәт-ара диалог.
ЮНЕСКО дипломдарын тапшырыу уңайынан ойошторолған тантана мәктәптәр презентацияһы һәм республиканың йәш таланттары концерты менән тамамланды.
Артабан ҡунаҡтар йәмиғ мәсетендә булып, унда Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкилдәре менән осрашты, һуңынан Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концертын ҡараны.
Бөгөн БР Милли музейына, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институтына ҡараған Археология һәм этнография музейына экскурсиялар, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының (филиалы) Башҡортостан социаль технологиялар институтына, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына барыу планлаштырыла.