07:50 (UTC+5), 03 Марта 2011

Белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү дауам итәсәк

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда һуңғы өс йылда муниципаль белем биреү учреждениелары һаны 357-гә кәмене, 2011 уҡыу йылында 378 мәктәпте үҙгәртеп ҡороу ҡаралған, бөгөн иһә 143-ө үҙгәртеп ҡоролған. Был турала БР Мәғариф министрлығы коллегияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина телгә алды.
Дөрөҫ, вице-премьер билдәләүенсә, ҡайһы бер райондарҙа бик күп аҙ комплектлы мәктәптәр һаҡлана.
— Был мәктәп хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә сығымдарҙы финанслау өлөшөндә субвенция күләмен «яһалма» арттырыуға килтерә, — тип иҫәпләй Зөһрә Йыһанур ҡыҙы. — Шуға күрә булған резервтарҙы эҙләргә, мәктәптәр селтәрен реструктуризациялауға һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кадрҙар составын үҙгәртеүгә ҡағылышлы оптималләштереү саралары комплексын әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға кәрәк. Ләкин, беренсе сиратта, кластарҙа уҡыусылар һанына иғтибар бирергә кәрәк. Бөгөн республикала 115 класта берәр бала ғына иҫәпләнә.
Тағы бер проблема – башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында эш хаҡы түләү буйынса кредитор бурысы.
2011 йылдың 1 ғинуарына ул 9, 10, 38, 82, 91, 154-се лицейҙарҙа һәм училищеларҙа күҙәтелә.
Зөһрә Рәхмәтуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, БР Мәғариф министрлығында профессиональ белем биреү учреждениелары селтәрен реструктуризациялау буйынса эшсе төркөм төҙөлдө, уға 1 апрелгә тиклем селтәрҙе оптималләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушылды.
— Республиканың балаларҙы ла, эш биреүселәрҙе лә йәлеп итмәгән учреждениелар тоторға мөмкинлеге юҡ, — тип белдерҙе ул.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылдың беренсе ғинуарына Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы, Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы, Салауат индустриаль колледжы, Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжы, Башҡортостан кооператив техникумы, Белорет металлургия колледжы, 10-сы (Өфө), 19-сы (Салауат), 72-се (Салауат), 71-се (Стәрлетамаҡ) лицейҙарын тамамлаусыларҙың 5-9 проценты эшһеҙҙәр сифатында иҫәптә тора.
Ысынлап та социаль партнерҙы ҡыҙыҡһындырған профессиональ белем биреү учреждениеларын асыҡлау һәм яҡлау маҡсатында 2011 йылда БР Хөкүмәте тарафынан профессиональ училищеларҙа, лицейҙарҙа һәм урта махсус уҡыу йорттарында юғары технологик производстволар белгестәрен һәм эшсе кадрҙарын әҙерләүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн 200 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Конкурс иғлан ителде лә инде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика