Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
12:13 (UTC+5), 21 Февраля 2011

Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк

Михаил Сытин
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк. Саралар планы БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 февралендәге 147-р бойороғо менән раҫланды.
«Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале һәм Башҡортостан баш ҡалаһы – Өфөнөң яңы урамдарының береһе уның исемен йөрөтәсәк. Бынан тыш, Октябрь революцияһы урамындағы ул йәшәгән йортто күренекле мәҙәниәт эшмәкәре барельефы төшөрөлгән таҡтаташ биҙәйәсәк.
Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙының тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы кисә үтәсәк, ә 2012 йылда уның тормошо һәм ижады менән бәйле материалдарҙан дәүләт аудио- һәм видеоархивы төҙөргә планлаштырыла. Архив «Алтын фонд» серияһын һәм документаль фильм сығарыуҙың бер өлөшө булып торасаҡ.
Шишмә районының Келәш ауылында Фәриҙә Ҡудашеваның Йорт-музейы төҙөләсәк, ә Шишмә ҡасабаһы урамдарының береһе мәшһүр йырсы һәм артист хөрмәтенә уның исеме менән аталасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика