Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2011, 12:42
Баймаҡ районында уҡыусылар дәрестә өшөп ултыра
Баймаҡ районының Бикеш һәм Ҡуянтау ауылдарында балалар һалҡын бинала уҡый. Мәктәптәрҙә ремонтты ишектәрҙе асып ҡуйып үткәрәләр, күмерҙе экономиялайҙар. Һөҙөмтәлә уҡыу кластарында температура санитар нормалар буйынса 18-20 градус урынына 13 градус кимәлендә генә.
Быны район прокурорҙары сираттағы тикшереү ваҡытында асыҡланы. Ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында улар район хакимиәтенә хәбәр итте һәм уларҙы бөтөрөргә ҡушты. Уҡыу йорттарына ҡарата административ эш ҡуҙғатылды, уны “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында ҡараясаҡтар, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
мәктәптәр
прокуратура
Читайте нас