12:10 (UTC+5), 27 Декабря 2010

Башҡортостан Президенты Өфөлә Спиваков «виртуоздары» концертында булды

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәләл ефете Гөлшат Хәмитова менән Владимир Спиваков етәкселегендәге «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камерный оркестры концертында булды. Тыуған ҡалаһына маэстроның был өсөнсө килеүе (Владимир Спиваков 1944 йылда Өфөлә тыуған). Был юлы Башҡортостандың баш ҡалаһына музыкант Рөстәм Хәмитовтың шәхси саҡырыуы буйынса килгән.
Идеяны Башҡортостандың Мәҙәниәт министры ла хуплаған. Атап әйткәндә, концертта республика ведомствоһы башлығы, арҙаҡлы опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов һәм уның ҡатыны Елена Абдразаҡова ла сығыш яһаны. «Мәскәү виртуоздары» оркестры оҙатыуында улар Көнбайыш Европа композиторҙарының билдәле әҫәрҙәрен башҡарҙы.
Әйтергә кәрәк, бөтә донъяға билдәле коллективтың оҙаҡ көтөлгән концерты Өфөлә, өҙөлөү ҡурҡынысы янаһа ла, барыбер үткәрелде. Мәскәүҙә һауа шарттары насар булыуы арҡаһында концерт ярты сәғәткә һуңлап башланды. Маэстро үҙе сәхнәгә икенсе бүлектә генә сыҡты.
Һуңлауын Владимир Теодорович тулыһынса компенсацияланы. Тамашасыларҙың йылы, хатта туғандарса ҡаршы алыуынан күңеле күтәрелгән Спиваков халыҡ һорауы буйынса тағы бер нисә ҡат сәхнәгә сығып, программанан тыш Дворжактың «Славянские танцы», Шестаковичтың Прелюдияһын, Пяццолланың «Танго любви», Чайковскийҙың «Сладкая греза» әҫәрҙәрен башҡарҙы.
Киләһе аҙымы менән дирижер Өфө тамашасыһын үҙенә бөтөнләй ғашиҡ иттерҙе. Ул Өфөнөң йәш виолончелисы Искәндәр Ханнановҡа «Мәскәү виртуоздары» оркестры менән сығыш яһарға мөмкинлек биреп кенә ҡалманы, уға яңы инструмент та бүләк итте.
Маэстро Искәндәрҙе һәләтле һәм шәп музыкант тип атаны. Һәм виолончелде уға Париждан алып ҡайтыуы хаҡында әйтте.
Искәндәр Ханнанов Өфө тамашасыһына яҡшы билдәле. Үҙенең 14 йәшендә — ул халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Владимир Спиваков исемендәге Хәйриә фонды стипендиаты. Бөгөн Искәндәр —Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Музыкаль колледж студенты.
Тамашасыларҙың береһе, пенсионер Валерия Иванова үҙенең яратҡан музыканты Владимир Спиваковтың концертынан бик ҡәнәғәт ҡалды, был тамашаға билетты ул бүләк сифатында үҙенең элекке уҡыусыһынан – Рөстәм Хәмитовтан алған. Башҡортостан Президенты шәхсән үҙе шылтыратып, уҡытыусыһын концертҡа саҡырған.
Валерия Вениаминовна элекке уҡыусыһы, хәҙер инде республика башлығы тарафынан бындай иғтибар булыуына бик тулҡынлана.
—Спиваковтың Өфөгә элекке килеүендә, 1998 йылда, беҙ Рөстәм Зәки улы менән осраҡлы ғына театрҙа антракт ваҡытында осраштыҡ. Шул ваҡытта мин уға Владимир Спиваковтың ижадын яратыуым һәм уны үҙемдең улыма оҡшатыуым хаҡында һөйләнем. Ул быны ныҡ иҫендә ҡалдырғандыр, күрәһең, — тип йылмайып хәтерләй ул.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика