Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2010, 09:07

Белорет ветерандары юғары технологияларҙы үҙләштерә

Өфө дәүләт авиация техник университетының Белорет филиалында Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының инициативаһы буйынса өлкән йәштәгеләр өсөн компьютер курстары асылды.
Мәғлүмәт-коммуникацион технологияларҙы беренсе булып Ветерандар советы активистары үҙҙәре өйрәнә башланы. Уның рәйесе Нина Сафонованың әйтеүенсә, компьютерҙы белмәгәс, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауырға төшә, һәр төрлө документтар әҙерләгәндә бик йыш ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килә. Курстар тамамланғандан һуң ул бындай проблемаларҙы үҙ аллы хәл итергә өмөтләнә.
— Заман кешеһе булырға һәм заман менән бергә атларға теләйем, - ти ул.
Түләүһеҙ дәрестәрҙе ӨДАТУ-ның Белорет филиалында икенсе курста уҡыған студенттар алып барасаҡ. Ун көн дауамында улар тыңлаусыларҙы текст редакторы, электрон почта менән файҙаланырға, интернет селтәрендә эшләргә өйрәтәсәк.
Автор:Ольга Колесникова | фото: Ольга Колесникова
Читайте нас: