11:09 (UTC+5), 12 Октября 2010

Сәғәт поястары һанын кәметеү тураһындағы мәсьәләне уйлап хәл итергә кәрәк

Светлана Ғәфүрова
Рәсәйҙә сәғәт поястары һанын кәметеү һәм йәйге ваҡытҡа күсеүҙе кире ҡағыу тураһындағы мәсьәлә көн тәртибенән алынмаған әле. Миҫал итеп ғәҙәттә бер сәғәт поясында йәшәгән Ҡытай килтерелә. Әммә эксперттар, сәғәт поястарын алмаштырғанда иң элек илдең оҙонлоҡҡа күпмегә һуҙылыуына иғтибар бирергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ҡытайҙан айырмалы, Рәсәйҙең оҙонлоғо ҙур. Әгәр, мәҫәлән, Башҡортостан Мәскәү ваҡытына күсһә, беҙҙә ҡыш көнө сәғәт өстә үк ҡараңғы төшә башлаясаҡ. Юридик фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының криминалистика кафедраһы профессоры Олег Полстовалов был новацияға ҡырҡа ҡаршы.
— Беренсенән, — тип иҫәпләй Олег Владимирович, — Мәскәү ваҡытына күскәндә беҙҙә энергия ҡулланыу ҡырҡа артасаҡ. Ә икенсенән – енәйәтселек үҫәсәк. Енәйәттәр һаны тәүлектең ҡараңғы ваҡытында артыуы һәр кемгә билдәле. Етмәһә, бының халыҡтың һаулығында, уның психикаһында нисек сағылыры бөтөнләй билдәһеҙ. Һамарҙар күнеп, Мәскәү ваҡытына күсте лә инде. Ләкин уларҙа бер сәғәткә генә айырма бит. Ә беҙҙә – ике сәғәткә.
Был мәсьәлә буйынса үҙ фекерен БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Вадим Старов та белдерҙе.
— Теге йәки был ваҡытҡа күсеү, — тип иҫәпләй Вадим Николаевич, — был урындағы властар хоҡуғы түгел. Был бик етди мәсьәлә. Ғалимдарҙың фекерен ишетмәй тороп, «риза» йәки «ҡаршы» тип әйтергә ярамай. Барыһын да бик етди үлсәп ҡарарға кәрәк.
Был айҡанлы фекерҙәр төрлө. Ләкин эксперттар, теге йәки был төбәктә сәғәт поясын алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итер алдынан был территорияла тест үткәрергә, кире һәм ыңғай яҡтарын ентекле үлсәп ҡарарға кәрәк, тип иҫәпләй.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика