Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2010, 11:36

Өфөлә иң матур әсәйҙәр конкурсы үтә

Баш ҡалала Өфө әсәйҙәре араһында матурлыҡ конкурсы старт алды. Конкурсты ойоштороусылар— Mnogomamok.ru сайты хакимиәте хәбәр итеүенсә , унда балалары булған, Mnogomamok.ru сайтында теркәлгән 18-50 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Конкурстың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәренә һәм хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда әсә роленә иғтибар йәлеп итеү.
Иң матур әсәйҙәргә ике этаптан үтергә тура киләсәк – 7 сентябрҙән 7 октябргә тиклем виртуаль этап һәм 11 октябрҙә үтәсәк финал.
Теләге булғандарҙың барыһы ла конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Кәрәкле мәғлүмәтте конкурстың рәсми сайтынан алырға мөмкин — www.konkurs.mnogomamok.ru.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: