09:32 (UTC+5), 07 Сентября 2010

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу- 2010 ҡыҙыу линия асты

Любовь Колоколова
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы асылды. Хәҙер Рәсәйҙең һәр кешеһе 2010 йылдағы йәниҫәпкә бәйле бөтә һорауҙарына яуаптарҙы бушлай квалификациялы белгестәрҙән ала аласаҡ.
Ҡыҙыу линияның һандарын хәтерҙә ҡалдырыуы ауыр түгел: 8-800-200-14-25. Һуңғы дүрт һан халыҡ иҫәбен алыу көндәрен күрһәтә - 14 - 25 октябрь.
Квалификациялы операторҙар абоненттарға халыҡ иҫәбен алыу нисек үтә, иҫәп алыу ҡағыҙҙарында ниндәй һорауҙар буласаҡ, халыҡ иҫәбен алыусы кешелә ниндәй документтар булырға тейеш, әгәр кеше йәшәгән еренән алыҫҡа киткәндә йәниҫәптә нисек ҡатнаша ала һәм башҡа төрлө һорауҙарға бәйле мәғлүмәт бирәсәк. Әгәр оператор ниндәйҙер һорауға тулы яуап бирә алмаһа, ул абонентты мотлаҡ граждан йәшәгән урын-ерҙәге дәүләт статистикаһы органдары вәкилдәре менән тоташтырасаҡ. Ә граждандарҙың йәниҫәпкә ҡарашын белер өсөн операторҙар абоненттарҙан халыҡ иҫәбендә ҡатнашырға йыйыныу-йыйынмауҙарын белешәсәк.
Йәниҫәптең ҡыҙыу линияһына, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, 8-21 сәғәттәрҙә көн һайын шылтыратырға мөмкин. Киске һәм төнгө ваҡытта, шулай уҡ ял көндәрендә автомат яуап биреүсе эшләй. Ҡыҙыу линия ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә 2010 йылғы йәниҫәптең федераль матбуғат үҙәге.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика