Яңы уҡыу йылының беренсе көнөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең тыуған мәктәбендә - Өфөнөң 115-се гимназияһында булды. Бында 1971 йылда буласаҡ республика башлығы өлгөргәнлек аттестаты менән оло тормошҡа путевка алған. Бөгөн 115-се гимназия ҡалала абруйлыларҙың береһе, бында «Күп милләтле мәктәптә поликультур тәрбиә» эксперименталь ҡала майҙансығы ғәмәлгә ашырыла. Гимназия – дөйөм белем биреү учреждениелары араһында инновацион белем биреү программалары конкурсы һәм «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендәге “Мәктәптә туҡланыу” проекты еңеүсеһе. Былар барыһы ла уҡыу-лаборатория базаһын ярайһы модернизацияларға һәм ашханала капиталь ремонт үткәрергә мөмкинлек биргән.
Әммә тыш яғынан бында барыһы ла элеккесә ҡалған.
— Шул уҡ стеналар, шул уҡ иҙән, — тип һағыш менән билдәләй Рөстәм Зәки улы, оҙаҡ йылдарҙан һуң яңынан тыуған мәктәбенең тупһаһынан үткәс.
— Ысынлап та, мәктәптә капиталь ремонт уның 1967 йылда асылғанынан алып үткәрелмәгән, — ти Президентҡа мәктәп буйлап экскурсия барышында директор Надежда Зайченко. – Ләкин белем биреү процесына ҡағылышлы бөтә нәмә үҙгәрҙе. Класс бүлмәләре заманса техника менән йыһазландырылды, интернет үткәрелде, интерактив таҡталар, проекторҙар ҙа бар. Йәғни, уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, былар барыһы ла ата-әсәләр ярҙамынан тыш эшләнмәне, әлбиттә.
Рөстәм Хәмитовтың финанслау тураһындағы һорауына директор, бөгөн йән башына финанслауға күсеү ҡотҡара, тип яуапланы.
— Беҙҙең гимназияла уҡырға теләүселәр күп, гимназияның проект ҡеүәте ике тапҡырға ашып киткән. Йыл һайын беренсе класҡа килеүселәр һаны арта, быйыл ғына улар беҙҙә йөҙгә яҡын. 1 сентябрҙә йәмғеһе 1101 уҡыусы парта артына ултырҙы. Һәм бында беҙгә федераль аҡсалар ныҡ ярҙам итә, әммә беҙ уларҙы белем биреү процесына ғына тотона алабыҙ, бына әле яңы техника һатып ала башланыҡ, — тип һөйләне Надежда Федоровна.
Экскурсия барышында Рөстәм Хәмитовты рус теле һәм әҙәбиәте буйынса элекке уҡытыусыһы Тамара Васильева менән күңелле осрашыу көтә ине. Президент үҙенең элекке остазын Белем көнө менән ҡотланы, биргән белеме өсөн уға рәхмәтен белдерҙе һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.
Үҙ сиратында, Тамара Викторовна Рөстәм Хәмитовтың һәр ваҡыт тырыш, тәртипле, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан һәм иң мөһиме – тәрбиәле уҡыусы булыуын хәтергә алды.
— Ул бик яҡшы уҡыны. Бигерәк тә поэзия яратыусылар кисәһендә уның шиғыр уҡыуы ныҡ хәтерҙә ҡалған. Ул Маяковскийҙы уҡыны, ныҡ хисләнеп, дөрөҫ итеп, тексын аңлап уҡыны, - тине ул журналистарға.
Был көндө 11-а класы уҡыусыларына ла көн уңышлы булды. Мәктәптәге үҙҙәренең һуңғы 1 сентябрен улар Президент менән бергә ҡаршыланы. Сығарылыш уҡыусылары менән аралашҡанда Рөстәм Зәки улы уларға ихлас көнләшеүен йәшермәне.
— Һеҙҙең бөгөн белем алыу өсөн мөмкинлектәрегеҙ шул тиклем күп – ул интернет, телевидение. Беҙҙең заманда бындайы булманы, бар белемдәребеҙҙе беҙ китаптарҙан йәки урамда алдыҡ. Бөтә өҫтөнлөктәр һеҙҙең яҡта, һәм һеҙ уларҙы яңы асыштар өсөн файҙаланырға тейешһегеҙ. Һеҙ — беҙҙең киләсәк! – тине БР Президенты.
Шулай уҡ республика башлығы уларҙың ҡайҙа уҡырға инергә йыйыныуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Малайҙарға ул инженерға, мәҫәлән Өфө дәүләт авиация техник университетының авиацион двигателдәр факультетына уҡырға барырға кәңәш итте.
— Киләсәктә беҙгә төплө белем алған инженерҙар һәм программистар кәрәк буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Белем көнө уңайынан республика башлығынан ҡотлауҙарҙы бөгөн 115-се гимназияға килгән беренсе класс уҡыусылары ла алды. Ҡайһы берәүҙәре хатта Президент менән танышып, аралашып та өлгөрҙө. Мәҫәлән, Руслан Гәрәев Рөстәм Хәмитовҡа мәктәпкә әлегә әсәһе менән йөрөүе, әммә үҫкәс, мотлаҡ яңғыҙ йөрөйәсәге хаҡында һөйләне.
Беренсе класс уҡыусылары шулай уҡ мәктәптәге беренсе көндән алған тәьҫораттары, уларға нимә оҡшауы, үҙҙәренең уҡытыусылары хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Барыһында иғтибар менән тыңлап, Рөстәм Зәки улы балаларға уҡыуҙың беренсе көндәренән үк һәйбәт шөғөлләнергә, ә иң мөһиме — тырышырға кәңәш бирҙе.