06:15 (UTC+5), 13 Августа 2010

Мордовия балалары Башҡортостанда ял итәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
131 бала – Мордовия интернаттары тәрбиәләнеүселәре —Башҡортостанға килде. Бында, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерында, улар йәй аҙағынаса буласаҡ, сәләмәтлеген нығытасаҡ, алдағы уҡыу йылына көс туплаясаҡ.
Нимәһе мөһим - балалар менән бергә Мордовиянан оҙатыусылар сифатында килгән педагогтар республикала булған араға лагерға эшкә алынған. Вожатыйҙар урындағы студенттар иҫәбенән тупланған.
«Известия Мордовии» гәзитенән хәбәр итеүҙәренсә, йәйгеһен балалар йорттары һәм интернат тәрбиәләнеүселәре ғәҙәттә балалар лагерҙарында йәшәй. Әммә янғын хәүефе арҡаһында төбәктә уларҙы эвакуациялау тураһында ҡарар ителә. Йәй аҙағына тиклем балаларҙы үҙҙәрендә ҡабул итеү тәҡдиме менән Мордовияға Волга буйы федераль окугының бар төбәге, шулай уҡ Ленинград һәм Волгоград өлкәләре мөрәжәғәт иткән.
Дүшәмбе көндө интернатта тәрбиәләнгән 70 бала автобустарҙа Һамар өлкәһенең Красноярский районында урынлашҡан «Космос-2» лагерына уңышлы барып еткән. Балалар ялы буйынса бөтә сығымдарҙы өлкә бюджеты үҙ өҫтөнә алған.
Ошо уҡ көндө Мордовиянан 131 бала Башҡортостанға ял итеүгә оҙатыла. Балаларҙы ташыу «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә башҡарылған. Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев үҙенә мөрәжәғәт иткәндән һуң тиҙ арала Мордовия үҫмерҙәренә өс тағылма вагон бүлеү тураһында ҡарар итә һәм улар Мәскәүҙән ебәрелә.
— Балаларыбыҙҙы ҡабул иткән төбәк башлыҡтарына — Владимир Владимирович Артяковҡа һәм Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — ти Мордовия Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Каргина. –Урман янғындары менән бәйле хәл-ваҡиғалар хафаландырғанға күрә, балаларҙы эвакуацияларға ҡарар ителде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика