Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2010, 12:26

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры блоггерҙар менән осрашасаҡ

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин 12 августа блоггерҙар менән осрашасаҡ. Осрашыу Совет урамы, 18 адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында үтәсәк. Сара 19 сәғәттә башлана.
Үҙенең блогында Александр Никериндың яҙыуынса, «һорауҙар күп йыйылған, һәм уларға яуап менән тотҡарларға ярамай. Барыһы менән дә күрешергә шат буласаҡмын. Әгәр кемеһелер был ваҡытҡа килеп етә алмай икән, 272-97-08 телефоны буйынса ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратығыҙ, индивидуаль рәүештә башҡа ваҡытта аралашырбыҙ. Тура тәнҡиттән ҡасҡаным булманы, һәм әле лә йәшенергә йыйынмайым. Эшебеҙҙәге ҡайһы бер мәлдәр буйынса һеҙҙең тәнҡитегеҙ – беҙҙең оло етешһеҙлек ул. Беҙ ҡайһы ваҡыт ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар торошон халыҡҡа еткерә белмәйбеҙ. Әммә Һеҙҙе ышандыра алам, беҙ быға ынтыласаҡбыҙ».
Автор:Эльмира Сабирова
Теги:йәштәр
Читайте нас: